Music Video

Credits

PERFORMING ARTISTS
BISHBARMAK ORCHESTRA
BISHBARMAK ORCHESTRA
Performer
COMPOSITION & LYRICS
Василь Гафаров
Composer
Олег Трегубов
Composer
Марсель Мухамедьянов
Lyrics

Lyrics

Беҙгә ышана ватан Ватан өсөн йән атам Яу килһә атам бабам Дошман ғәскәрен ватҡан Күп йылдар дәүер аша Тарих биттәрен һаҡла Йөрәк тамырым таша Телен белмәһә аңра Вәлиди Шәйехзада Аҡ һаҡалдар һеҙ ҡайза Тыуыр яңы батырҙар Асылыр яңы юлдар Тоғро булған Салауатҡа Эйәргән Шайморатҡа Менеп етеҙ толпарға Башҡорттар елә алға Эээһеей Салауаттар Эээһеей Шаймораттар Эээһеей менеп атҡа Эээһеей гел алға Берҙәм булғанда халык Тормаҫбыҙ артта ҡалып Егеттәр батыр булыр Ҡыҙҙар ирҙәрен табыр Артыр халыҡ иҫәбе Тулыр башҡорт ерҙәре Ауылдарҙа терелер Тыуған ергә ҡот килер Киләсәк беҙҙең ҡулда Ауыр булһа ла юлдар Бирешмәй бер ҡасанда Күп йылдар беҙҙең алда Тоғро булған Салауатҡа Эйәргән Шайморатҡа Менеп етеҙ толпарға Башҡорттар елә алға Эээһеей Салауаттар Эээһеей Шаймораттар Эээһеей менеп атҡа Эээһеей гел алға Эээһеей Салауаттар Эээһеей Шаймораттар Эээһеей менеп атҡа Эээһеей гел алға Эээһеей Салауаттар Эээһеей Шаймораттар Эээһеей менеп атҡа Эээһеей гел алға Гел алға
Writer(s): василь гафаров, олег трегубов Lyrics powered by www.musixmatch.com
instagramSharePathic_arrow_out