歌词
Ап-аҡ ап-аҡ ҡарҙар яуа аппағым
Яумаған ер бар мы икән Бибирәхиләккәем
Дошмандар беҙҙе күрә алмай аппағым
Әллә донъя тар мы икән Бибирәхиләккәем
Беҙ урамдан үткән саҡта аппағым
Тәҙрәнән ҡарайҙар Бибирәхиләккәем
Тәҙрәле туң булһа аппағым
Теле менән ялайҙар Бибирәхиләккәем
Беҙҙең урам түбән табан аппағым
Теҙелеп үҫкән аҡ ҡайын Бибирәхиләккәем
Шул ҡайынға баҫып ҡарайым аппағым
Һине һағынған һайын Бибирәхиләккәем
Written by: Alik Garaev, Radmir Ismagilov, Ринат Загирович Рамазанов


