制作

出演艺人
Rena Rnt
Rena Rnt
表演者
作曲和作词
Нигматуллин Ринат Нурович
词曲作者
Касимова Назгуль Рамилевна
词曲作者

歌词

Нисек йәшәргә беҙҙе бер кем дә өйрәтмәй
Ҡайҙа атларға беҙгә бер кем дә күрһәтмәй
Беҙҙең тормошто башҡалар һис тә үҙгәртмәй
Тик беҙ белгәнде хәтерҙән башҡалар иҫләтмәй
Теләгән ереңде күрмәүең - һинең ғәйеп
Ышанма тормошҡа үткәнгә биреп хәйер
Үҙеңдән башҡалар бирмәҫтәр һиңә яуап
Ни өсөн ятаһың бер үк һауаға ҡарап?
Ҡыуанам! Был донъяға!
Нимәнән, миңә ҡурҡырға!?
Алдымда, бөтә донъя!
Йүгерәм, уны тоторға!
Ҡыуанам! Был донъяға!
Нимәнән, миңә ҡурҡырға!?
Алдымда, бөтә донъя!
Йүгерәм, уны тоторға!
Бер кем дә этмәҫ артыңдан һине үргә
Тик һинең теләк кәрәк барын күрергә
Тормош ҡалыпһыҙ - ә һин янгыҙ уйынсы
Йүгер бейек иң текә ҡаяны алғансы!
Һинең аҙымды бер кем дә ятып үлсәмәй
Яҙа баҫҡанһың тип бер кем дә һине әрләмәй
Һин генә хөкөмсө үҙеңдең тормошоңда
Үҙ ҡәләмең менән яҙ яҙмышыңды
Ҡыуанам! Был донъяға!
Нимәнән, миңә ҡурҡырға!?
Алдымда, бөтә донъя!
Йүгерәм, уны тоторға!
Ҡыуанам! Был донъяға!
Нимәнән, миңә ҡурҡырға!?
Алдымда, бөтә донъя!
Йүгерәм, уны тоторға!
Йүгерәм, уны тоторға!
Written by: Касимова Назгуль Рамилевна, Нигматуллин Ринат Нурович
instagramSharePathic_arrow_out

Loading...